Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
1 Июнь 2023, 10:57

Балалар һабантуйға сыҡты

Мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн ҡаланың Салауат Юлаев исемендәге паркында һабантуй ойошторолдо. 

Балалар һабантуйға сыҡты
Балалар һабантуйға сыҡты

Мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн ҡаланың Салауат Юлаев исемендәге паркында һабантуй ойошторолдо. Һабантуй Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылына арналды. 

Сара башында ойоштороусылар балалар менән берлектә сәскә ултыртты. Унан мөмкинлеге сикләнгән балаларҙың ҡул эштәренән, төшөргән һүрәттәренең күргәҙмәһе ойошторолдо. Бында шөғөлләнгән балаларҙың үҙ китапханыһы ла бар. Иң күп китап уҡыған бала бүләк алып һөйөндө. 

Шулай уҡ балалар өсөн Йәш техниктар станцияһы, балалар ижады үҙәге, йәш натуралистар станцияһы хеҙмәткәрҙәре ҡыҙыҡлы уйындар үткәрҙе. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: