Һаҡмар
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
23 Декабрь 2022, 09:15

Балалар карантинға китә

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы каникул башланғансы республиканың белем биреү учреждениеларында битлек режимын үтәргә кәңәш бирҙе...

Балалар карантинға китә
Балалар карантинға китә

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы каникул башланғансы республиканың белем биреү учреждениеларында битлек режимын үтәргә кәңәш бирҙе.  

«Бындай ҡарарҙы директор ҡабул итергә тейеш. Мәктәп карантинға ябылһа, бина эсендә байрам саралары уҙғарылмай. Саф һауала ойошторорға мөмкин, был осраҡта һауа торошона ҡарарға кәрәк», — тип билдәләне министр.

20 декабргә республикала өс мәктәп һәм бер балалар баҡсаһы карантинға ябылған Өфөлә, Асҡын һәм Ҡалтасы райондарында - берешәр мәктәп, шулай уҡ Ҡалтасы районында - бер балалар баҡсаһы. Республиканың 50 мәктәбендә 158 класс һәм 13 балалар баҡсаһында 19 төркөм өлөшләтә карантинда. Баймаҡ ҡалаһы һәм районы мәктәптәрендә лә өлөшләтә карантинға ебәрелеп, дистанцион рәүештә уҡыған кластар бар. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: