Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
18 Ноябрь 2022, 16:45

Шул ғына етмәгәйне!

Рәсәйҙә коронавирустың ике яңы варианты  — «цербер» штамы асыҡланған, тип хәбәр итте федераль Роспотребнадзор. Ул ныҡ йоғошло булыуы менән айырыла...

Шул ғына етмәгәйне!
Шул ғына етмәгәйне!

Рәсәйҙә коронавирустың ике яңы варианты  — «цербер» штамы асыҡланған, тип хәбәр итте федераль Роспотребнадзор. Ул ныҡ йоғошло булыуы менән айырыла.

«Рәсәйҙә вирустың яңы варианттары BQ. 1 һәм BQ. 1.1 («цербер») осраҡтары теркәлгән. Улар ковидтың башҡа варианттарына ҡарағанда йоғошлораҡ», — тип билдәләнеләр федераль ведомствола.

Роспотребнадзор мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә эпидемиологик процесс әүҙемләшә. Илдең 20 төбәгендә, шул иҫәптән Мәскәүҙә (+30,9%) һәм Мәскәү өлкәһендә (+4,3%) коронавирус йоҡтороусылар күбәйә. Ковид менән сирләүселәр араһында дауахананан тыш пневмония осраҡтары һуңғы айҙа 1,9 проценттан 2,9 процентҡа тиклем артҡан, был да хәүеф тыуҙыра.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: