-2 °С
Ҡар
Башҡортостанда уҙған тәүлектә коронавирус инфекцияһыөс пациенттың ғүмерен өҙгән. Тағы 12-һе – ауыр хәлдә, икәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратында.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, һуңғы тәүлектә COVID-19 йоҡтороуҙың 839 осрағы раҫланған. 4463 сирле – өйҙәрендә, 281-е стационарҙа дауалана. 713 пациент һауығып сыҡҡан.
Башҡортостанда 3 101 141 кеше коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатҡан, уларҙың 11 130-ы – һуңғы тәүлектә. 12- 17 йәшлек 8 696 бала «Спутник М» вакцинаһының ике компонентын да алған.