Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
13 Сентябрь 2022, 11:00

Һаулыҡ нисек, баймаҡтар?

Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә баш табиптың урынбаҫары Илдар Бәхтийәров район-ҡалала коронавирус һәм киҫкен респиратор ауырыуҙарҙың таралыу кимәле тураһында мәғлүмәт бирҙе. Үткән аҙнала ковид инфекцияһы менән бер бала ауырыһа...

Һаулыҡ нисек, баймаҡтар?
Һаулыҡ нисек, баймаҡтар?

Һаулыҡ нисек, баймаҡтар?

Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә баш табиптың урынбаҫары Илдар Бәхтийәров район-ҡалала коронавирус һәм киҫкен респиратор ауырыуҙарҙың таралыу кимәле тураһында мәғлүмәт бирҙе. Үткән аҙнала ковид инфекцияһы менән бер бала ауырыһа, был аҙнала уларҙың һаны дүртәүгә еткән. Эш йәшендәге 29 кеше коронавирус менән ауырып амбулатор дауаланыу ала. Ә үпкәләре зарарланып өлгөргән 8 кеше (үткән аҙнала 6 кеше ине) госпиталгә оҙатылған.

Киҫкен респиратор инфекция менән ауырығандар һаны (ОРЗ, ОРВИ) 11,9% артҡан.

Илдар Сабир улы ковидты дауалау ысулдары үҙгәреүен, шуға күрә мотлаҡ дауаханаға мөрәжәғәт итергә кәрәклеген белдерҙе. Хәҙерге мәлдә башланған коронавирусҡа тән температураһы бер-ике көнгә генә күтәрелеүе, ныҡ итеп баш, тамаҡ ауыртыуы, ҡолаҡ шаулауы һәм күҙҙәрҙең ауыртыуы хас икән. Шулай уҡ йөрәк тирәһендә ниндәйҙер яныу тойолоуы ла бар.

Илдар Сабир улы ковидтан вакцинациялау һәм ревакцинациялау мөһимлеген дә әйтеп үтте.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: