Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
16 Май 2022, 14:45

Вакцинациялау дауам итә

Коронавирустың яңы тулҡыны башланыу ихтималлығына бәйле, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров планды теүәл үтәргә һәм өс ай эсендә халыҡҡа ревакцинация яһауҙы тамамларға ҡушты...

Вакцинациялау дауам итә
Вакцинациялау дауам итә

Башҡортостанда халыҡты ковидтан ревакцинациялау әүҙем бара. Уҙған аҙнала ғына 21 меңдән ашыу кеше яңы коронавирус инфекцияһынан ҡабаттан прививка яһатҡан, тип белдерҙе һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәһендә. Республикала бөтәһе 478 298 кеше ревакцинация яһатҡан.

Балаларға ла вакцина эшләү дауам итә. Бөгөнгә республикаға балалар өсөн 6 940 доза «Спутник М» вакцинаһы килтерелгән. Әле 5 711 бала уның беренсе компонентын алған, 4 275-е вакцинацияны тулыһынса тамамлаған.

2022 йылдың 16 майына 2 645 409 кеше яңы коронавирус инфекцияһынан прививканың беренсе компонентын, ә 2 494 699 кеше икеһен дә яһатҡан. 

«Республиканың барлыҡ муниципаль райондарында ковидтан вакцинация күрһәткесе 80% еткән. Ә 47 районда вакцинанция планы үтәлгән, 100% ашыу. 16 районда иһә 80-90%», — тип билдәләне республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһе.

Коронавирустың яңы тулҡыны башланыу ихтималлығына бәйле, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров планды теүәл үтәргә һәм өс ай эсендә халыҡҡа ревакцинация яһауҙы тамамларға ҡушты.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: