Һаҡмар
+25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
11 Май 2022, 14:35

"Үҙеңдән башларға кәрәк!"

Республика Башлығы коронавирустан ревакциянация эшләтеү тураһында шулай тип белдерҙе. Ул шулай уҡ  дельта-штамы кире килһә, үлем осраҡтарының йәнә артыуы ихтимал икәнлеген дә әйтте...

"Үҙеңдән башларға кәрәк!"
"Үҙеңдән башларға кәрәк!"

Башҡортостанда 2022 йылдың 11 майына прививка яһатырға тейешле халыҡтың 99,8% яңы коронавирус инфекцияһынан вакцинацияны тулыһынса тамамлаған. Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәгендәге кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин хәбәр итте.

«Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, коронавирустың сираттағы тулҡыны башланыу ихтималлығы юғары. Муниципаль район башлыҡтарынан халыҡты ревакцинациялауҙа ярҙам күрһәтеүҙәрен һорайбыҙ», – тине профилле ведомство етәксеһе.

Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡала-райондарҙа йәшәүселәрҙе ревакцинациялау буйынса юл картаһын әҙерләргә ҡушты.

«Тәүҙә үҙеңдән башларға, өлгө күрһәтергә кәрәк. Мин дә даими рәүештә прививка эшләттем. Коронавирустың дельта-штамы кире килһә, тимәк, үлем осраҡтарының йәнә артыуы ихтимал», – тине Радий Хәбиров.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда сирлеләрҙең дөйөм һаны  – 287 003 (бер тәүлектә +73). 127 пациент – ковид-госпиталдәрҙә, 691-е өй шарттарында дауалана. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин һүҙҙәренсә, ауырыу осраҡтары һуңғы ете көндә – 21%, бер айҙа иһә 76% кәмегән.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: