Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
14 Апрель 2022, 15:00

Ауырыу яңынан башланырмы?

Коллектив иммунитетҡа өлгәшеүгә бәйле коронавирустың яңы күтәрелеше февралгә ҡарағанда көсһөҙөрәк булырға тейеш, тип иҫәпләй вирусолог, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Александр Лукашев...

Ауырыу яңынан башланырмы?
Ауырыу яңынан башланырмы?

Коллектив иммунитетҡа өлгәшеүгә бәйле коронавирустың яңы күтәрелеше февралгә ҡарағанда көсһөҙөрәк булырға тейеш, тип иҫәпләй вирусолог, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Александр Лукашев.

Әлеге ваҡытта Европаның һәм Төньяҡ Американың ҡайһы бер илдәрендә яңы коронавирус йоҡтороу осраҡтарының артыуы күҙәтелә, тип билдәләне вирусолог. Ҡытайҙа йәнә коронавирус тарала. Атап әйткәндә, Шанхайҙа карантин индерелде.

«Шуға күрә бер нисә аҙнанан беҙҙә лә сирҙең башланыуын көтөргә мөмкин. Ләкин һандар февраль тулҡынына ҡарағанда күпкә аҙыраҡ булыр, моғайын, сөнки коллектив иммунитет ҡаҡшаһа ла, ярайһы уҡ юғары кимәлдә ҡала», — тип хәбәр итте ТАСС агентлығы ғалимдың һүҙҙәренә һылтанма менән.

Сығанаҡ - "Башинформ" агентлығы

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: