Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
12 Апрель 2022, 16:45

Ковидтан 5 кеше мәрхүм булған

Инфекция ҡорбандарының дөйөм һаны 5567-гә еткән. Һуңғы тәүлектә биш пациент яҡты донъя менән хушлашҡан...

Ковидтан 5 кеше мәрхүм булған
Ковидтан 5 кеше мәрхүм булған

Республиканың яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәш штабы ауырыу йоҡтороу буйынса мәғлүмәттәрҙе яңыртты. 12 апрелгә ауырыуҙарҙың дөйөм һаны 281 785 кеше тәшкил иткән, был бынан алдағы тәүлеккә ҡарағанда 384 осраҡҡа күберәк.

Әле 11 пациент – дауаханала, 2 483-ө өйҙә дауалана. Бөтәһе 273 624 кеше һауыҡҡан, уларҙың 511-е – һуңғы тәүлектә.

Инфекция ҡорбандарының дөйөм һаны 5567-гә еткән. Һуңғы тәүлектә биш пациент яҡты донъя менән хушлашҡан.

2 422 127 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: