

Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә баш табиптың урынбаҫары Илдар Бәхтийәров район-ҡалала киҫкен респиратор ауырыуҙар һаны яртылаш йәғни 50%- ҡа кәмеүен белдерҙе. “Әммә коронавирус менән ауырығандар бар әле. Пандемия ваҡытындағы кеүек күп булмаһа ла, аҙна һайын райондан 5 – 6 кеше ковид госпиталенә оҙатыла. Әлеге ваҡытта 6 кеше коронавирус менән ауырып, стационарҙа дауалана. Вакцинациялау темпы ла ҡырҡа кәмене. Пандемия ваҡытында кешеләр күпләп вакцина яһатһа, хәҙер ундайҙар әҙ”,-тине Илдар Сабир улы.
Оператив кәңәшмәне алып барған район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов табиптан коронавирустың яңы төрө – стелс-омикрон тураһында һораны. Илдар Сабир улы әлеге ваҡытта был ауырыу менән Ҡытайҙа көрәшеүҙәрен белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй табиптары ла пандемияға ҡаршы юғары әҙерлектә. “Коронавирустың яңы төрө беҙгә апрель аҙағы – май башында килеп етеүе ихтимал”,-тине Илдар Сабир улы.
Гүзәл Иҫәнгилдина.
Һүрәт – интернеттан