+19 °С
Болотло
Төнгөлөккә бал ҡабып ятыу бик файҙалы. Ул беренсенән, йоҡлап китергә ярҙам итә.
Балды тәбиғи тынысландырыусы дарыу тиҙәр. Ул сәләмәт йоҡо өсөн яуап биргән гармонды ― мелатонинды эшкәртеп сығара. Күҙәнәктәрҙе яңырта, нервылар системаһын нығыта.
Төнгөлөккә ҡабып ятҡан бер балғалаҡ бал — яҡшы сифатлы ял бүләк итә. Айырыуса балдың артынан ромашка сәйен эсеп ҡуйһаң. Әгәр инде һөт яратһаң, баллы һөт эсеп ятырға була. Һөттө саҡ ҡына йылытырға онотма. Был эсемлек стресстан ярҙам итә.
Һау-сәләмәт булығыҙ! Йоҡоғоҙ татлы булһын!