Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
4 Апрель 2022, 18:15

Тағы ла ковидмы?!

Вирусология профессоры, биология фәндәре докторы Александр Чепурнов иҫәпләүенсә, бер айҙан Рәсәйҙә ковидтың яңы тулҡыны башлана...

Тағы ла ковидмы?!
Тағы ла ковидмы?!

Фундаменталь трансляция медицинаһы федераль тикшеренеү үҙәгенең айырыуса хәүефле инфекциялар лабораторияһы начальнигы, вирусология профессоры, биология фәндәре докторы Александр Чепурнов иҫәпләүенсә, бер айҙан Рәсәйҙә ковидтың яңы тулҡыны башлана.

Уның һүҙҙәренсә, быға «стелс-омикрон» штамы сәбәпсе булыуы ихтимал.

Инфекцияның был варианты «омикрон» менән сағыштырғанда бик тиҙ таралмаҫҡа тейеш, тип билдәләне Чепурнов.

«Бер айҙан «стелс-омикрон» килеп етер тип уйлайым. Әлеге ваҡытта Ҡытайҙа сир йоҡтороу осраҡтары күп, сөнки ул ныҡ әүҙем, хатта ҡытайҙар ҙа үҙҙәренең супердисциплинаһы һәм суперсаралары менән уны еңә алмай», — тип белдерҙе белгес.

Сығанаҡ - Башинформ агентлығы.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: