Пандемия
30 Марта 2022, 12:25

Ковид сигенмәгән әле

Коронавирус ҡайһы ҡалаларҙа күберәк булыуы асыҡланды...

Ковид сигенмәгән әлеКовид сигенмәгән әле
Ковид сигенмәгән әле

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда 524 кеше коронавирус йоҡторған. Сирлеләрҙең күбеһе элекке кеүек Өфөлә түгел, ә Стәрлетамаҡта теркәлгән — 298, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Бер тәүлектә ауырыу йоҡтороу осраҡтары буйынса икенсе урында — Дүртөйлө (110 осраҡ), өсөнсөлә — Дәүләкән (38). Артабан баш ҡала (37 осраҡ) килә.

Республикала сирлеләрҙең дөйөм һаны 275 611-гә еткән.

Әлеге ваҡытта 114 пациент стационарҙа дауалана, 14-е ауыр хәлдә, берәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппараты менән тын алырға мәжбүр. Ә 7 269 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы диагнозы раҫланған биш кеше вафат булған.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас