Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
25 Март 2022, 14:45

Азия штамы?!

«Коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡланды, ләкин тынысланырға иртәрәк!  —тине министр. — Йәй башында Азия штамы сирҙең таралыуына сәбәпсе булыуы ихтимал».

Азия штамы?!
Азия штамы?!

Йәй башында Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың сираттағы тулҡыны көтөлә. Был хаҡта брифингта республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.

«Коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡланды, ләкин тынысланырға иртәрәк!  —тине министр. — Йәй башында Азия штамы сирҙең таралыуына сәбәпсе булыуы ихтимал».

Ведомство башлығы республикала йәшәүселәрҙе прививка яһатырға саҡырҙы, сөнки сир бер ҡайҙа ла китмәне.

2022 йылдың 24 мартына Башҡортостанда сирлеләрҙең дөйөм һаны — 272 215. Һуңғы тәүлектә — 678 яңы осраҡ, 11 пациент яҡты донъя менән хушлашҡан.

Азия штамы?!
Азия штамы?!
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: