Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
21 Март 2022, 19:25

Тағы бер сикләү ғәмәлдән сыҡты

Поезда барғанда пассажирҙарҙың температураһын үлсәргә, шулай уҡ уларға вагон-бистроларҙа, вагон-ресторандарҙа битлек кейергә, социаль дистанцияны һаҡларға кәрәкмәй...

Тағы бер сикләү ғәмәлдән сыҡты
Тағы бер сикләү ғәмәлдән сыҡты

Алыҫ араға йөрөгән поездарҙың пассажирҙарына хәҙер битлек кейеү мотлаҡ түгел, тимер юл вокзалында ла әлеге талап ғәмәлдән сығарылды. Был хаҡта Рәсәй тимер юлдарының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

«Эпидемиологик хәл тотороҡланғас, Рәсәй тимер юлдары поездарында һәм вокзалдарында ғәмәлдәге сикләүҙәр әкренләп бөтөрөлә. Мәҫәлән, поезда барғанда пассажирҙарҙың температураһын үлсәргә, шулай уҡ уларға вагон-бистроларҙа, вагон-ресторандарҙа битлек кейергә, социаль дистанцияны һаҡларға кәрәкмәй», — тип билдәләнеләр Рәсәй тимер юлдарының матбуғат хеҙмәтендә.

Шул уҡ ваҡытта күсмә составты һәм вокзалды дезинфекциялау эштәре дауам итә.

Тағы бер сикләү ғәмәлдән сыҡты
Тағы бер сикләү ғәмәлдән сыҡты
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: