Һаҡмар
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Пандемия
12 Марта 2022, 10:25

Сикләүҙәр бөтә бара

Дәүләт Думаһының һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, медицина фәндәре кандидаты, табип-иммунолог Сергей Леонов Рәсәйҙә COVID-19 менән ауырыу осраҡтары кәмеһә, битлек режимын бөтөрә башлау ихтималлығын әйтте...

Сикләүҙәр бөтә бараСикләүҙәр бөтә бара
Сикләүҙәр бөтә бара

Дәүләт Думаһының һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, медицина фәндәре кандидаты, табип-иммунолог Сергей Леонов Рәсәйҙә COVID-19 менән сирләү осраҡтары кәмеһә, битлек режимын бөтөрә башлау ихтималлығын әйтте.

«Халыҡ бер аҙ тынысланды. Улар коронавирустың омикрон-штамы янамауын күрә, сөнки күптәр сирләй, ләкин ауыр осраҡтар бик һирәк.  Бындай хәл, әлбиттә, халыҡты тынысландыра. Ләкин әлегә битлек режимы һаҡлана», — тип билдәләне ул Sputnik радиоһына биргән интервьюһында.

Рәсәйҙә битлек режимы әкренләп ғәмәлдән сығыр, тине депутат.

«Барыһы ла нормаға килгәс, яйлап битлек режимын бөтөрөү башланыр. Минеңсә, тәү сиратта сауҙа үҙәктәрендә һәм магазиндарҙа, һуңынан транспортта. Артабан мәҙәниәт һәм кино учреждениеларында», — тип йомғаҡ яһаны Сергей Леонов.

Һуңынан инде медицина учреждениеларында ғәмәлдән сығыр, был турала ҡарарҙы Роспотребнадзор ғына ҡабул итергә мөмкин, тип билдәләне парламентарий.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас