+23 °С
Облачно


Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Юғары әҙерлек режимы тураһындағы Указға үҙгәрештәр индерҙе.
Документҡа индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, хәҙер ковид-сирлеләр менән аралашҡан бүтән кешеләр өсөн үҙизоляция режимы мотлаҡ түгел. Үҙгәрештәр Рәсәйҙең баш дәүләт санитар врачының 2022 йылдың 4 февралдәге ҡарарына ярашлы индерелде.
Эш биреүселәргә, шул иҫәптән дәүләт һәм муниципаль власть органдарына, хеҙмәткәрҙәрҙең 50 процентынан күберәген дистанцион эш режимына күсерергә тәҡдим ителә.
Фото: https://yandex.ru/