Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Пандемия
15 Февраля 2022, 15:50

Яуҙа ла, тыныс тормошта ла һынатмай

Баймаҡтан Юлай Самарбаевты тап шулай тип беләләр

Яуҙа ла, тыныс тормошта ла һынатмайЯуҙа ла, тыныс тормошта ла һынатмай
Яуҙа ла, тыныс тормошта ла һынатмай

Яугир-интернационалист Юлай Һөйөндөк улы Самарбаевты ҡалала һәм районда үҙ эшенең оҫтаһы, әүҙем йәмәғәтсе булараҡ яҡшы беләләр.

Ул 1962 йылда Ҡолсора ауылында тыуған.Мәктәпте тамамлағас, СПТУ-ла уҡый, 1980 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла.Ашхабадта 5 ай учебкала булғандан һуң, Афғанстан Демократик Республикаһына ебәрелә.Шул йылдың ноябренән алып 1982 йылдың 24 июленә тиклем интернациональ бурысын үтәй, күп хәрби операцияларҙа ҡатнаша.Яуҙағы ҡаһарманлыҡтары өсөн "Яугир-интернационалист", "Рәхмәтле афған халҡынан" һәм башҡа күп наградаларға лайыҡ була.

Әрменән ҡайтҡас, Башҡортостан ауыл хужалығы институтына уҡырға инә, инженер һөнәре алып сыға.Байтаҡ йылдар Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхозда баш инженер, МТС-та инженер булып эшләй.2004 йылдан Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалында уҡытыусы булып эшләй.Тормош юлдашы Венера Хәмит ҡыҙы менән ике бала үҫтерә.

Юлай Һөйөндөк улы хәрби хәрәкәттәр ветерандарының эшендә әүҙем ҡатнаша, мәктәптәрҙә йыш сығыш яһай.Яуҙа ла, тыныс тормошта ла һынатмаған, алдынғы ҡарашлы, ярҙамсыл, рухлы,абруйлы ир-уҙаманы ул.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас