Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Пандемия
15 Февраля 2022, 18:16

Венер Самарбаев "Йыл асышы" номинацияһында еңде

Яҡташыбыҙ "Педагогия йондоҙлоғо-2022" конкурсында юғары һөҙөмтәгә иреште

Венер Самарбаев "Йыл асышы" номинацияһында еңдеВенер Самарбаев "Йыл асышы" номинацияһында еңде
Венер Самарбаев "Йыл асышы" номинацияһында еңде

Яҡташыбыҙ, Ҡолсора ауылы егете, бөгөн 3-сө Башҡорт республика гимназияһында физкультура уҡытыусыһы булып эшләүсе Венер Нурулла улы Самарбаев "Педагогия йондоҙлоғо" конкурсында уңышлы сығыш яһаны.Ул "Йыл асышы" номинацияһында еңеүгә өлгәште.Онлайн конкурста 6 меңгә яҡын тауыш йыйып, 1-се урынға сыҡты.Әйткәндәй, Венер Төньяҡ ҡотопты яулаған һирәк спортсыларҙың береһе лә ул.

Ҡолсора ауылы егете менән ғорурланабыҙ һәм эшендә яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ.Афарин, Венер!

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас