+13 °С
Дождь
Пандемия башланғандан алып республикала 154 меңдән ашыу яңы коронавирус инфекцияһы осрағы асыҡланған.
«Әле 322 кеше стационарҙа дауалана, уларҙың яртыһынан ашыуы — 60 йәштән өлкәндәр. 31 сирле ауыр хәлдә, — тип белдерҙеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында. — 17,2 меңдән ашыу кеше өйөндә дауалана, 5,3 меңдән күберәге — оло йәштәге пациенттар. Тәүлек эсендә 2,9 мең самаһы кеше һауыҡҡан. 18 кеше вафат булған».