Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Пандемия
11 Февраля 2022, 04:15

Вакцина бөткән

Үҫмерҙәргә прививка яһау ваҡытлыса туҡтап тора

Добавить в предпочтительные источники Google

Башҡортостанда ата-әсәләрҙән балаларына коронавирус инфекцияһынан прививка яһатыу мөмкинлеге юҡ тигән мөрәжәғәттәр килә. Республикала үҫмерҙәр өсөн «Гам-Ковид-Вак-М» препараты бөткән, шуға үҫмерҙәргә вакцина эшләү ваҡытлыса туҡтатылған.

«Социаль селтәрҙә һәм мәғлүмәт системаларында халыҡтан үҫмерҙәрҙе прививкалауҙы ваҡытлыса туҡтатыуға бәйле мөрәжәғәттәр күп түгел, ләкин ата-әсәләр барыбер борсола», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Республикаһына Идара итеү үҙәгенән.

Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ғинуар айында төбәктәргә таратылған 2880 доза «Спутник М» вакцинаһы тотонолоп бөткән.

Беҙ федераль үҙәктәрҙән вакцина көтәбеҙ, был хаҡта республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми ресурстарында хәбәр итербеҙ, тип белдерҙеләр министрлыҡта. 

Вакцина бөткән
Вакцина бөткән
Автор:Гузель Салихова