-4 °С
Облачно
Баймаҡ районына аҙыҡ- түлек ярҙамы килде. Уны "PepsiCo" ойошмаһы һәм "Русь" аҙыҡ-түлек фонды ебәргән. Барыһы 16 тонна аҙыҡ-түлек. Улар мохтаждарға таратыласаҡ. Ярҙамды аҙ килемле, күп балалы ғаиләләр, етем балаларҙы тәрбиәгә алғандар, инвалидтар, шулай уҡ малы төйөрлө дерматиттан зыян күргән Урғаҙа һәм Төркмән ауылдары аласаҡ. Аҙыҡ-түлек халыҡҡа аҙна дауамында тапшырылып бөтәсәк. Аҙыҡ-түлек йыйылмаһында: ярма, йәшелсә, он, шәкәр, көнбағыш майы - барыһы 15 төр ризыҡ бар.