Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Пандемия
4 Февраля 2022, 10:50

Сикләүҙәрҙәге үҙгәрештәр

Был омикрондың үҙенсәлектәренә бәйле

Сикләүҙәрҙәге үҙгәрештәрСикләүҙәрҙәге үҙгәрештәр
Сикләүҙәрҙәге үҙгәрештәр

Рәсәй Федерацияһы властары COVID-19 менән ауырығандар менән бәйләнештә булғандар өсөн карантин буйынса сикләүҙәрҙе бөтөрөргә планлаштыра икән. Был хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путин «Эшлекле Рәсәй» ағзалары менән осрашыуҙа белдерҙе.

Ул быны омикрон менән бәйле ауырыуҙың ағышы үҙенсәлектәре менән аңлатты.

"Дөйөм һығымта шундай: яҡын арала сирлеләр менән бәйләнештә булғандар өсөн сикләүҙәрҙе лә ғәмәлдән сығарырға мөмкин", — тине Президент.

Бынан тыш, Хөкүмәт коронавирус таралыуға бәйле яңы сикләүҙәр индерергә йыйынмай, яңы локдаун тураһында һүҙ бармай, тип өҫтәне Путин.

 Һуңғы тәүлектә Рәсәйҙең 85 төбәгендә коронавирус йоҡтороуҙың 155 768 яңы осрағы асыҡланған.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас