Пандемия
4 Февраля 2022, 13:25

Барыһы ла ситтән уҡыуға күсмәйәсәк

Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, республикала уҡыусыларҙың 1,9% ковид менән ауырый...

Добавить в предпочтительные источники Google
Барыһы ла ситтән уҡыуға күсмәйәсәкБарыһы ла ситтән уҡыуға күсмәйәсәк
Барыһы ла ситтән уҡыуға күсмәйәсәк

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса оператив штабтың сираттағы ултырышын үткәрҙе. 

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һүҙҙәренсә, поликлиникаларҙың яңы эш режимы уҙған дүшәмбелә килеп тыуған көсөргәнеште кәметергә мөмкинлек бирҙе. Башҡортостанда үҫмерҙәргә «Спутник-М» вакцинаһы менән прививка яһау башланды. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, республикала 2 мең самаһы үҫмер яңы коронавирус инфекцияһынан вакцина ҡаҙатты.

Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, республикала уҡыусыларҙың 1,9% ғына ковид менән ауырый, шуға күрә барлыҡ мәктәптәрҙе дистантҡа күсереү күҙ уңында тотолмай.

Автор:Гузель Салихова