Һаҡмар
+7 °С
Облачно
Антитеррор
Пандемия
3 Февраля 2022, 07:25

Ҡурҡыныс штамм - Башҡортостанда

Уға юғары температура, туҡтауһыҙ йүткереү,  тәм һәм еҫ тоймау хас...

Омикрон барлыҡҡа килеүгә күп тә үтмәне, уның ике төрлө булыуы асыҡланды. Ҡәҙимгеһе ваҡытында һалҡын тейеү билдәләре - юғары булмаған температура, тымау һ.б. тойолһа, омикрон ВА2 тигәне айырыуса ҡурҡыныс. Ул ныҡ юғары температура, туҡтауһыҙ йүткереү, тәм һәм еҫ тоймау менән килә. Был штамм Европаның бер нисә илен баҫып алған. Хәҙер ошо штамм Башҡортостанда ла табылған. Бынан тыш ул Мәскәү, Ростов өлкәләрендә, Марий-Элда табылған. Вирусологтар был штамдың билдәләре һиҙелеү менән табип саҡыртырға ҡуша. Сөнки ҡәҙимге омикрон еңелерәк кисерелһә, омикрон ВА2 ауыр үткәрелә, эшләткән вакцинаны емереү көсөнә эйә һәм үлем осраҡтарын күбәйтә. Һаҡланайыҡ, һау-сәләмәт булайыҡ!

Ҡурҡыныс штамм - Башҡортостанда
Ҡурҡыныс штамм - Башҡортостанда
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас