Һаҡмар
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Пандемия
3 Февраля 2022, 07:05

Баймаҡ мәктәптәре ябыла

Район хакимиәте башлығы шундай ҡарар ҡабул итте

Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев райондаштарға мөрәжәғәт итеп: " 4 февралдән Баймаҡ ҡалаһының бөтә һәм Баймаҡ районының өс мәктәбе ОРВИ һәм COVID-19 сире менән ауырыусылар һаны күп булыуы сәбәпле дистанцион уҡытыуға күсә. Ул бер аҙнаға ҡабул ителде. Райондағы 8 217 уҡыусының 42-һе коронавирус һәм 1385-е ОРВИ менән ауырый.
Хөрмәтле Баймаҡ халҡы, COVID-19 сирен йоҡтормаҫ өсөн профилактика сараларын теүәл үтәргә саҡырабыҙ. Бөгөнгә вакцина алырға тейешле 31250 кешенең 27384-е коронавирустан прививка эшләткән.",- тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә. 

Район-ҡалала ауырыған балалар артҡандан-арта бара. 

Баймаҡ мәктәптәре ябыла
Баймаҡ мәктәптәре ябыла
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас