Пандемия
31 Января 2022, 12:35

Мәктәптәр ябыла башланны

Республика буйынса 19 мәктәп өйҙән уҡыуға күсерелде, мәктәп йәшендәге 3 329 бала COVID-19 менән ауырый.

Мәктәптәр ябыла башланныМәктәптәр ябыла башланны
Мәктәптәр ябыла башланны

Республика буйынса 19 мәктәп өйҙән уҡыуға күсерелде, улар иҫәбендә Өфөлә һәм Өфө районындағы 20 мәктәп бар.   Дөйөм алғанда, республиканың 445 мәктәбендә 2 267 класс карантинға ябылды.

Бөгөнгә Башҡортостанда мәктәп йәшендәге 3 329 бала COVID-19 менән ауырый.

"Республиканың бөтә мәктәптәрен карантинға күсереү өсөн нигеҙ юҡ, — тине мәғариф министры Айбулат Хажин. — 63 муниципалитеттың 7-һендә генә ауырыу балалар йөҙҙән күберәк".

Шулай уҡ республиканың ҡала-район хакимиәттәре башлыҡтары хәҙер мәктәптәрҙе һәм кластарҙы карантинға ебәреү хоҡуғына эйә булды.

Башҡортостанда балалар баҡсаларында 370 бала коронавирус инфекцияһы менән ауырый. Бынан тыш, урта махсус уҡыу йорттары студенттары араһында ла ауырыуҙар арта.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас