+13 °С
Облачно


Британия ғалимдары һүҙҙәренсә, омикрон штамын яңынан йоҡтороу хәүефе дельта менән сағыштырғанда 5,4 тапҡырға юғарыраҡ.
COVID-19 менән ауырығандарҙың һаҡланыу кимәле ни бары 19 процент ҡына булыуын раҫлаған тикшереү һөҙөмтәләре әҙер. Һүҙ коронавирустың тап яңы варианты хаҡында бара.
Шул уҡ ваҡытта Көньяҡ Африка табиптары организмдың омикрон менән осрашҡанда барлыҡҡа килгән антиесемдәре дельта вариантынан да һаҡлауын асыҡлаған. Был COVID-19-ҙан һуң формалашҡан иммунитеттан дүрт тапҡырға көслөрәк.