Һаҡмар
+29 °С
Облачно
Антитеррор
Пандемия
26 Января 2022, 03:50

Балаларға сикләүҙәр булырмы?

Ата-әсәләрҙе борсоған һорауҙарға яуаптар бирелде

Ата-әсәләрҙе балаларға ковидтан вакцина эшләү мәжбүри булырмы-юҡмы икәнлеге борсой. Сөнки үҫмерҙәргә прививка эшләткән һәм икеләнгән кешеләр ҙә бар.
Был йәһәттән һаулыҡ һаҡлау министрлығында: «Прививка һалдырмаған балалар өйҙән уҡыуға күсерелмәй. Улар өсөн ниндәйҙер сикләүҙәр индереү хаҡында һүҙ бармай», —тинеләр.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һүҙҙәренсә, вакцинация алдынан баланы педиатр тикшерә, уның хроник сирҙәр анамнезы өйрәнелә.
«Балалар ауыр сирләй. Беренсе һәм икенсе тулҡында үҫмерҙәр коронавирусты билдәләрһеҙ йәки еңел формала үткәрҙе, артабанғы тулҡында балаларҙы интенсив терапия бүлектәренә һалырға тура килде», — тине ул.
Прививка яһатҡан балаларға ҡағыҙ сертификат бирелә. Артабан бөтә мәғлүмәт берҙәм электрон базаға индереләсәк, тине белгестәр.
Гүзәл Салихова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас