Пандемия
25 Января 2022, 10:20

Ауырыу арта

Дауаханаларға сират йыйыла

Өфө поликлиникаларында сираттар йыйыла башлаған. Ауырыуҙар һаны арта. Шуға ҡарамаҫтан табиптар республикала әлегә дельта штамы таралыуын белдерә. Бар Европаны, Рәсәйҙең күпселек төбәктәрен баҫып алған омикрон штамы беҙҙә әлегә таралмауы әйтелә.  Әммә кешеләрҙең дауаханаға күпләп мөрәжәғәт итеүе барыбер хәүеф уята. Шуға күрә һаҡланыу сараларын күрергә, кеше күпләп йыйылған ергә йөрөмәҫ кәрәк. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас