Пандемия
21 Января 2022, 06:50

Ауырыуҙар ҡырҡа артты

Ҡайҙалыр ситтә кеүек тойолған омикрон республикала ныҡлап тарала башланы...

Ҡайҙалыр ситтә кеүек тойолған омикрон республикала ныҡлап тарала башланы. 

 COVID-19 менән ауырыу осраҡтары көндән-көн арта. Уҙған тәүлектә республикала коронавирус йоҡтороуҙың 281 осрағы теркәлгән, алдағы көнгә ҡарағанда 14-кә күберәк. Оперштаб мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда бөтәһе 126 361 сирле асыҡланған.

Әлеге ваҡытта 4 276 пациент дауалана, уларҙың 412-һе — өйҙә, 164-е иһә дауаханала. Ҡаты сирләгән 46 кеше интенсив терапия палатаһында дауалана. Бер тәүлектә 277, йәмғеһе 117 474 ауырыу дауахананан һауығып сыҡҡан.

Инфекциянан йәнә һигеҙ үлем осрағы теркәлгән. Пандемия башланғандан алып республикала 4 611 кешенең ғүмере өҙөлгән, уларҙың 4015-е — 60 йәштән өлкән.

Башҡортостанда вакцинация дауам итә. Бөгөнгә 2 153 357 кеше прививканың ике компонентын да алған (86,7 процент). Ә 258 819 яҡташыбыҙ ҡабаттан прививка яһатҡан.

Ауырымайыҡ, һау-сәләмәт булайыҡ!

гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас