Һаҡмар
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
20 Ғинуар 2022, 15:10

Кескәйҙәрҙе һаҡлағыҙ!

Омикрон бәләкәстәргә "һөжүм" итә башланы

"Коронавирустың омикрон штамы ике йәштән биш йәшкәсә балалар өсөн айырыуса хәүефле. Тап уларҙа дауаханаға һалыуҙы талап иткән бронхиолит күренештәре күҙәтелә башлаған",- тине Роспотребнадзорҙың Үҙәк эпидемиология ғилми-тикшеренеү институты директоры урынбаҫары Александр Горелов.

"Хәҙер балалар йышыраҡ ауырый, айырыуса ике-биш йәшлек балалар өсөн хәүефле. Ауырыу өҫкө тын юлдарын һәм бронхтарҙы зарарлай. Тәүге тапҡыр бронхиолит күренештәре күҙәтелә башланы, был осраҡта дауаханаға һалырға кәрәк. Һәр өсөнсө баланың эсе китә",-тип аңлатты ул кескәйҙәрҙең омикронды нисек кисереүе тураһында.

Шулай уҡ 65 йәште үткән өлкәндәр ҙә хәүеф төркөмөнә инә. Уларҙы ла омикрон аяҡтан йығыуы бар.

Г. Салихова. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: