Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Пандемия
19 Января 2022, 09:30

Тиҙ тарала башланы

Республикала омикронды йоҡтороусылар ҡапыл артты

Башҡортостанда коронавирустың омикрон штамы ҡапыл тарала башлауы күҙәтелә. Хәҙер инде 23 кеше омикрон менән ауырый. Билдәле булыуынса, бер нисә көн был штам менән ауырығандар һаны һигеҙҙән артмай ине.

Омикрондың тиҙ таралыуын иҫәпкә алып, һаҡланыу саралары күрелә башланы. Хәҙер 30 кешенән артыҡ йыйылған сараны үткәрергә ярамай, кәңәшмәләр онлайн режимына күсә, ҙур мәҙәни һәм спорт саралары кисектерелде. Ҡайһы бер учреждениелар алдан уҡ хеҙмәткәрҙәрҙе өйҙән эшләүҙе хәстәрләй башланы.

Ауырыуҙың йәһәтерәк үтеп китеүен теләйек.

Г. Салихова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас