Һаҡмар
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Пандемия
19 Января 2022, 13:00

Карантин ваҡыты ҡыҫҡартыла

Хәҙер ул ете көн буласаҡ

Коронавирус йоҡторғандар өсөн карантин ваҡытының ике аҙнанан бер аҙнаға тиклем ҡыҫҡартылыуы билдәле булды. Был хаҡта вице-премьер Татьяна Голикова Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса координация советы ултырышында иғлан итте.

«Беҙ карантин ваҡытын ете көнгә тиклем ҡыҫҡартабыҙ, шулай уҡ тағы бер нисә үҙгәреш индерәбеҙ, яҡын арала улар Рәсәйҙең баш санитар табибы ҡарарҙары менән ҡабул ителергә тейеш»,-тине ул.

Вице-премьер билдәләүенсә, властар хәлде күҙәтеп бара, кәрәк булған осраҡта карантин ваҡытына йәнә төҙәтмәләр индерелә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас