Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Пандемия
31 Декабря 2021, 09:31

Дуҫлыҡ һәм татыулыҡ менән көслө улар!

Ғ.Насыров һәм Р.Нуриев урамында йәшәүселәр үҙҙәренә лә, балаларға ла Яны йылға үҙенсәлекле бүләк әҙерләгән

Дуҫлыҡ һәм татыулыҡ менән көслө улар!Дуҫлыҡ һәм татыулыҡ менән көслө улар!
Дуҫлыҡ һәм татыулыҡ менән көслө улар!

Баймаҡ ҡалаһының Ғ.Насыров һәм Р.Нуриев урамында йәшәүселәр Яңы йылға дәррәү әҙерләнде.Рәзинә һәм Надир Ҡотлоғужиндарҙың  Яңы йыл ҡаласығы төҙөү һәм матур байрам ойоштороу тәҡдимен урамдаштары дәррәү күтәреп ала һәм ең һыҙғанып эшкә тотона.Бүләктәр, күстәнәстәр әҙерләү өсөн аҡса йыйыла, ир-егеттәр балалар өсөн һырғалаҡ-тау эшләп ҡуя.Әлбиттә, Яңы йыл ҡаласығы эшләнә:шыршы ултыртыла, ул матур итеп биҙәлә, төрлө һындар барлыҡҡа килә.Бөгөн иһә Ғ.Насыров һәм Р.Нуриев урамында йәшәүселәр дәррәү Яңы йыл ҡаласығына йыйылып, ысын байрам сараһы ойошторҙо.Уларҙы Ҡыш бабай (Надир Ҡотлоғужин) һәм Ҡарһылыу (Гөлшат Баймырҙина) Яңы йыл менән ҡотланы, 30-ҙан ашыу балаға күстәнәстәр өләште.Әйткәндәй, балалар өсөн төрлө уйындар ойошторолдо, улар үҙҙәренең һөнәрҙәрен күрһәтте, бүләктәр алып ҡыуанды.Әкиәт персонаждары кескәйҙәрҙең күңелен асты. 

Бик тә ойошҡанлы, сағыу, дәррәү үтте был байрам, ул олоһона ла, кесеһенә лә бик оҡшаны.Йәмле шыршы янында боҫрап ҡайнап ултырған самауыр артында табын да ойошторолдо.Афарин!

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас