-3 °С
Болотло
- Халыҡта коронавирусҡа ҡаршы коллектив иммунитет барлыҡҡа килгәс, ауырыуҙы еңәсәкбеҙ, тип белдергәйне табиптар. Күпме ваҡыт үтте, ул иммунитет ҡасан барлыҡҡа киләсәк һуң?
- Был хаҡта БР Дәүләт Йыйылышы ултырышында һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин: “Февраль баштарына Башҡортостанда коллектив иммунитет булдырыуға өлгәшергә тейешбеҙ. Әлеге ваҡытта республикала халыҡтың 60% прививка эшләткән. Ауырығандарҙы ла иҫәпкә алғанда, коллектив иммунитет 70 процентҡа яҡынлашып килә. Коллектив иммунитет булдырыу өсөн был ғына етмәй”,-тине.
Г. Салихова.