Һаҡмар
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Пандемия
20 Декабря 2021, 14:00

Төркмәндәр компенсация ала башланы

Ҡурҡыныс вирус арҡаһында юҡ ителгән мал өсөн аҡса күсә башланы

Төркмәндәр компенсация ала башланыТөркмәндәр компенсация ала башланы
Төркмәндәр компенсация ала башланы

Төркмән ауылында малдың төйөрлө дерматит менән ауырыуы арҡаһында карантин иғлан ителгәйне. Сир ныҡ ҡурҡыныс булыу сәбәпле, мал юҡ ителде. Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарары менән зыян күргән халыҡҡа һәр мал өсөн өсөн компенсация түләнәсәге белдерелгәйне.

Бөгөн төркмәндәргә мал өсөн аҡсалата компенсация күсә башланы. Мәғлүм булыуынса, был ныҡлы контролдә тотола һәм аҡса Яңы йылға тиклем барыһына ла түләп бөтөлөргә тейеш. Республика Башлығы Радий Хәбиров нәҡ шундай талап ҡуйғайны.

Бынан тыш Төркмән ауылына аҙнаһына бер мәртәбә аҙыҡ-түлек йыйылмалары һәм балалар өсөн һөт ризыҡтары ебәрелә. Шулай уҡ махсус рәүештә төҙөлгән оператив штаб көн һайын кәңэәшмә үткәреп, ауылдағы проблемалар, уларҙы хәл итеү юлдарын ҡарай. 

Ҡурҡыныс ауырыу артабан таралмаһын өсөн яҡын-тирәләге ауылдарҙың малына вакцина яһала, ә Төркмәндә дезинфекциялау саралары дауам итә.

Был ҡаза ошоноң менеән үтеп китеүен, Төркмән ауылы халҡына ныҡлыҡ һәм сабырлыҡ теләге килә.

Гүзәл Салихова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас