+20 °С
Облачно
Вирусолог, Рәсәй Фәндәр Академияһы ағзаһы Петр Чумаков “Радио России” эфирында коронавирустың омикрон тигән төрө яһалма рәүештә уйлап сығарылған штамм булыуы ихтимал икәнлеген белдерҙе. Вирусолог омикронға ковидтың һәр төрө әҙләп ҡушылғаны хаҡында әйтте. Омикронға быға тиклемге булған бар ковид төрҙәренең мутациялары йыйылыуы осраҡлы булыуы йәки тәбиғәттән шулай килеүе мөмкин түгел, тине Петр Чумаков.
Әлбиттә, билдәле вирусологтар уйламағанда ер шарын баҫып алған коронавирусты өйрәнеүен дауам итә.
Шулай ҙа лабораторияла яһалма рәүештә кешеләрҙе ҡырған ауырыу сығарып ултырғандарҙы, ковид госпиталенең ҡыҙыл зонаһына, үлем менән йәшәү араһында булғандар янына алып барып бикләге килә.
Гүзәл Салихова.