

Беренсе Төркмән ауылы халҡына аҙыҡ-түлек ярҙамы күрһәтелеүе дауам итә. Район хакимиәтенең ҡарары буйынса бындай ярҙам аҙнаһына бер мәртәбә – шишәмбе көндәрендә күрһәтелә. Ә кесе йома көнөндә балаларға “Һөт кухняһы”нан һөт ризыҡтары йыйылмаһы тапшырыла.
Бөгөнгә бер нисә төр аҙыҡ-түлек йыйылмаһы әҙерләнгән. Уға ит консервалары, ҡуйыртылған һөт, көнбағыш майы, дөгө һәм бойҙай ярмалары, макарон изделиелары инә.
“Һөт кухняһы” республика предприятиеһы балаларға һөт һәм эремсектән торған йыйылма әҙерләй.
Беренсе Төркмәнгә бындай аҙыҡ-түлек йыйылмалары тәүге мәртәбә 9 декабрҙә алып барылғайны. Изге эшкә сауҙа һәм коммерция предприятиелары ла ҡушылды. Ул - “Байрам” һәм “Монетка” сауҙа селтәрҙәре. Был аҙнала “Рэйд – 21” компанияһы балалар өсөн Яңы йыл бүләктәре лә ебәрергә уйлай.
Гүзәл Иҫәнгилдина.