Һаҡмар
+27 °С
Облачно
Антитеррор
Пандемия
13 Декабря 2021, 12:40

Төркмәндә эштәр дауам итә

Район хакимиәтенән белдереүҙәренсә, барыһы ла контролдә тотола...

Төркмәндә эштәр дауам итәТөркмәндә эштәр дауам итә
Төркмәндә эштәр дауам итә

Баймаҡ районы хакимиәтендә оператив штабтың Беренсе Төркмән ауылындағы хәл тураһындағы сираттағы ултырышы үтте. Ул видеоэлемтә режимында алып барылды һәм актуаль мәсьәләләргә ҡағылды.

Конференция барышында Төркмәндәге йорт хужалыҡтарын тағы бер мәртәбә дезинфекциялау, Беренсе Төркмәнгә яҡын ятҡан ауылдарҙа эре һәм ваҡ малға вакцина эшләү, кешеләргә аҙыҡ-түлек йыйылмаһы алып барыу, утилләштерелгән малдың соҡорҙарын кәртиәләп алыу хаҡында һүҙ барҙы.

Район хакимиәтенән белдереүҙәренсә, барыһы ла контролдә тотола, төйөрлө дерматиттың таралған яңы урындары күҙәтелмәй. Был йоғошло ауырыу районға таралмаһын өсөн бар санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләр күҙәтелә.

Беренсе Төркмән ауылындағы карантин саралары 2022 йылдың 6 ғинуарына тиклем дауам итәсәк. Ә бына ауылға мал индереү, унан ауыл хужалығы продукцияһын сығарыу 6 июлгә тиклем тыйыла.

Оператив штабтың эшендә муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы начальнигы Юрий Коземаслов, үҙидара органдары менән эш бүлегенең баш советнигы Илнур Мухьянов, БР Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин, район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, матбуғат вәкилдәре ҡатнашты. Оператив штабтың эше менән район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев етәкселек итте.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас