

Билдәле булыуынса, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев һәм уның командаһы менән осрашыу ваҡытында малдары ҡаза күргән Беренсе Төркмән ауылы халҡына төрлө яҡлап ярҙам күрһәтергә вәғәҙә бирелгәйне. Бөгөн республика Хөкүмәте, төрлө министрлыҡ һәм ведомстволар, район хакимиәте тарафынан етди хәстәрлек күрелә.
Халыҡ менән осрашыуҙа БР сауҙа һәм хеҙмәттәр министры урынбаҫары Валерий Белов ҡаза күргән ғаиләләргә аҙыҡ-түлек йыйылмаһы бүлеү, Сибайҙан һөт кухняһы аша балаларға төрлө продукция килтереү тураһында һөйләне. Әле ошо маҡсатта ике тапҡыр аҙыҡ-түлек йыйылмаһы таратылды. Уның тәүгеһендә һөт һәм тефтель таратылһа, икенсеһендә иһә көнбағыш майы, 2 банка ҡуйыртылған һөт, 2 банка тушенка, дөгө һәм рожки бирелде. Барлығы был ярҙамды 143 ғаилә һәм 3 КФХ алды.
Бөгөн ауылға Сибайҙан һөт кухняһы килде. 18 йәшкә тиклемге сабыйҙар һәм мәктәп уҡыусылары – барлығы 111 бала – аҙыҡ-түлек йыйылмаһы алып ҡыуанды.
Яңы йылға иһә 18 йәшкә тиклемге балаларға байрам кулектары таратыласаҡ.
Азамат Мөхәмәтшин.