Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһының ветеринария станцияһы начальнигы Рәил Әбүбәкиров Беренсе Төркмән ауылында йоғошло төйөрлө дерматит ауырыуын бөтөрөү, белгестәр тарафынан малдарҙы вакцинациялау тураһында һөйләй:
-Беренсе Төркмән ауылындағы шәси секторҙа һәм фермер хужалыҡтарында малдарҙың йоғошло төйөрлө дерматит ауырыуы асыҡланған мәлдән алып беҙҙең ветеринария хеҙмәте белгестәре был төбәктән ҡайтып ингәне юҡ. Бөгөн дә беҙ ошо төбәктә эшләйбеҙ, көн һайын Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығы, район хакимиәте етәкселеге ҡатнашлығында штаб ултырышы үткәрелә. Унда көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелә.
Әле беҙҙең ветеринария хеҙмәткәрҙәре Беренсе Төркмән тирәләй 30 км радиустағы ауылдар малына вакцина һалыу менән шөғөлләнә. Ул барлығы 39 ауылды үҙ эсенә ала. Был зонаға, Беренсе Төркмәнгә күрше ауылдар менән бер рәттән, Сибай, Баймаҡ ҡалалары, Дәүләт, Төйәләҫ, Иҫке Сибай, Темәс, Таһир, Түбә, Ҡолсора, Ҡуянтау ауылдары ла инә. Бөгөн беҙҙең 10 бригада ошо маҡсатлы эш менән шөғөлләнә.
Беренсе тапҡыр вакцина эшләүҙе тамамлағас, 10-20 көн үткәс беҙ уны икенсе мәртәбә һалып сығасаҡбыҙ. Шул уҡ ваҡытта йәш малға – 3 ай, өлкән һыйыр малына 6 ай эсендә ревакцинация эшләү мотлаҡ. Тап ошо ветеринар талапты мал аҫраусылар яҡшы аңлаһын һәм мотлаҡ үтәһен ине. Яңы тыуған быҙауға ла, һарыҡ һәм кәзә бәрәсенә лә вакцина эшләтергә кәрәк. Прививканың бер ниндәй ҙә кире эҙемтәһе юҡ.
Вакцина һалынған мал һөтөн эсергә, итен ашарға яраймы, тигән һорауҙар күп. Мөмкин, прививканың кире эҙемтәһе юҡ.
Ғөмүмән, ветеринария хеҙмәте үҙ иңенә һалынған бурыстарҙы ваҡытында һәм сифатлы атҡарыу өсөн бар көсөн һала. Әммә шул уҡ ваҡытта халыҡ та беҙҙең аңлап ҡабул итһен, ҡурҡыныс сирҙе артабан таратмауға үҙ өлөшөн индерһен ине. Күмәк көс менән генә беҙ был афәтте еңеп сығасаҡбыҙ.
Азамат Мөхәмәтшин әҙерләне.