Һаҡмар
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Пандемия
10 Декабря 2021, 06:35

Азат Йыһаншин: “Үҙебеҙҙең уяулыҡ һәм аңлылыҡ менән генә проблемаларҙы йырып сыға аласаҡбыҙ”

Йоғошло төйөрлө дерматит – һыйыр малының ҡурҡыныс вируслы ауырыуы. Беренсе Төркмән ауылында был сирҙең таралыуы көтөлмәгән хәл булды. Был тәңгәлдә нодуляр дерматиттың мутацияға бирелгән яңы штаммы тураһында һүҙ бара...

Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин менән ойошторолған әңгәмәлә илдәге, республикалағы һәм райондағы эпизоотик хәл, ауырыуҙарҙан һаҡланыу саралары, был тәңгәлдә килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү юлдары тураһында һөйләштек.

-Азат Салауат улы, Рәсәйҙә ҡурҡыныс ауырыуҙар буйынса эпизоотик хәл ҡатмарлы булып ҡала. Беҙҙең республикала был тәңгәлдә хәл нисек?

-Эйе, ысынлап та, илдә эпизоотик хәл киҫкен булып ҡала, яңынан-яңы ҡурҡыныс ауырыуҙар теркәлә. Беҙҙең республика өсөн дә йыл еңелдән булманы. Беренсе тапҡыр ҡош киҙеүе беҙҙең республикаға ла килеп инде. Йыл аҙағында йоғошло төйөрлө дерматит ауырыуы теркәлде. Ҡош киҙеүен һәм йоғошло төйөрлө дерматит сирҙәрен алып ҡарағанда, төп сәбәп булып вируслы ауырыуҙарҙың киң таралыуы тора. Октябрь башында Туймазы районында йорт һәм ҡырағай ҡоштарҙа ҡош киҙеүе асыҡланды, ноябрь уртаһында - Благовар районындағы ҡошсолоҡ фабрикаһында. Инфекция күгәрсен һәм турғайҙарҙан таралған, тип билдәләнде. Ауырыуҙың төп сәбәбе – ҡош аҫраусылар тарафынан ветеринар ҡағиҙәләрҙең үтәлмәүе.

-Вируслы ауырыуҙар тиҙ тараламы?

-Туймазы районында вирус 2-3 тәүлек эсендә 35 процент ҡош-ҡортто һәләк итте. Ауырыуҙың йәшен тиҙлегендә таралыуын күҙ уңында тотоп, ветеринар ҡануниәткә ярашлы, 5 км радиус зонаһындағы бөтә ҡош-ҡорт юҡ ителде. Ҡаза күргәндәргә компенсация түләү күҙ уңында тотола.

-Баймаҡ районына йоғошло төйөрлө дерматит ҡайҙан килеп ингән?

-Йоғошло төйөрлө дерматит – һыйыр малының ҡурҡыныс вируслы ауырыуы. Беренсе Төркмән ауылында был сирҙең таралыуы көтөлмәгән хәл булды. Был тәңгәлдә нодуляр дерматиттың мутацияға бирелгән яңы штаммы тураһында һүҙ бара.

19-20 ноябрҙә ауыл халҡы тәүләп ветеринария хеҙмәтенә малдарының ауырый башлауы тураһында хәбәр итә. Тәүҙә малды күҙәтеүгә алдыҡ. 23 ноябрҙә иһә райондың ветеринария хеҙмәте тарафынан патологик материал Башҡортостан ғилми-производство ветеринар лабораторияһына ебәрелә һәм иртәгеһенә был сирҙең йоғошло төйөрлө дерматит булыуы асыҡлана. Төркмәндә тәүҙә был ауырыу 5 хужалыҡта күҙәтелһә, бер нисә көндән инде ул 15-кә етте. 25 ноябрҙә инде беҙ был яман сирҙе бөтөрөү эшенә тотондоҡ. Иҫәпләп ҡарағанда, 140 хужалыҡта аҫралған малдың 30 проценттан ашыуы йоғошло сир эләктергән булып сыҡты.

-Был ауырыуҙың үҙенсәлеге ниҙә?

-Әйтеп үтеүемсә, был йоғошло төйөрлө дерматиттың яңы штаммы. Белгес-вирусологтар билдәләүенсә, сирҙең, коронавирус инфекцияһы кеүек үк, төрлө штамдары бар. Ауырыған мал бер аҙҙан һауыға, тигән кешеләр ҙә бар. Әммә был дөрөҫ түгел. Сир тулҡын рәүешендә үтә, ауырыу йә аҙып , йә еңеләйеп китә, хайуан оҙаҡ ваҡыт вирус йөрөтөүсе булып тора.

-Ауырыуҙы бөтөрөү өсөн ниндәй саралар күрелде?

-Яман сирҙең башҡа төбәктәргә таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн беҙгә ауылдағы малды утилләштерергә тура килде. Уларҙы яндырыу ҙа ветеринар талаптарға ярашлы башҡарылды. Нодуляр дерматит менән аттар, ҡош-ҡорт ауырымай. Ауылда ветеринар постар ҡуйылды. Әле Беренсе Төркмән тирәләй 30 км радиустағы ауылдарҙа вакцинация эштәре үткәрелә.

-Ауырыу барлыҡҡа килеүенең сәбәбе ниҙә?

-Әле эпизоотик тикшереү эштәре бара. Йоғошло мал йәиһә мал аҙығы ауырыу таралыуының сәбәбе булыуы ихтимал.

-Был сирҙе иҫкәртеү өсөн ниҙәр эшләргә?

-Һәр малды идентификациялау, йәғни уларҙың асыҡ иҫәбен алыу һәм теркәү мөһим. Был һәр ауыл-ҡаланың эпизоотик именлеге өсөн кәрәк. Әгәр ҙә беҙ көтөүҙә идентификацияланмаған мал осратабыҙ икән, кисекмәҫтән тейешле сара күрергә кәрәк.Ауылда мал көтөү ойошторолмаһа ла хәүеф ҙур, сөнки бер көтөүҙең икенсеһе менән контактҡа инеүе һәм ауырыу таратыуы ихтимал. Әгәр ҙә ошондай хәл артабан да дауам итһә, беҙ бер ҡасан да вируслы ауырыуҙарҙан ҡотола алмаясаҡбыҙ.Бөгөн бер вирус таралһа, иртәгә икенсеһе, унан һуң өсөнсөһө килеп тыуасаҡ.

Тимәк, беҙгә уяулыҡты һәм аңлылыҡты көсәйтергә кәрәк, шунһыҙ ҡош-ҡортто, сусҡа, һыйыр һәм ваҡ малды аҫрау һәм һаҡлау бик ауырға төшәсәк.

-Беренсе Төркмән ауылы халҡына ниндәй ярҙам күрһәтелә?

-Башҡортостан Хөкүмәте, район хакимиәте тарафынан әле гуманитар ярҙам күрһәтелә, шул уҡ ваҡытта утилләштерелгән мал өсөн компенсация түләнәсәк. Беҙҙең маҡсат – декабрь аҙағына тиклем компенсацияны түләп бөтөү.

-Карантин зонаһындағы халыҡ ҡасан ҡош-ҡорт, мал һатып алыу мөмкинлегенә эйә?

-Ауырыуға дусар булмаған мал – йылҡы, ҡош-ҡортто карантин тамамланғандан һуң 3 ай эсендә һатып алырға мөмкин. Ә бына һыйыр һәм ваҡ малды 6 айҙан һуң алырға була, әммә был тәңгәлдә һуңғы дезинфекция һәм йоғошло төйөрлө дерматитҡа ҡаршы вакцина эшләгәс кенә мөмкин. Тәбиғи, ветеринария хеҙмәте менән кәңәшләшеү мотлаҡ.

-Ауыл халҡына, мал эйәләренә нимә әйтерһегеҙ?

-Вируслы ауырыуҙарҙың таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн мал көтөүҙе дөрөҫ ойоштороу мотлаҡ. Малды көтөү урыны ла аныҡ билдәләнергә тейеш. Беренсе Төркмән ауылында, мәҫәлән, 900 баш самаһы һыйыр малы, 600 ваҡ мал аҫралған. Көтөү бында тейешенсә ойошторолмаған һәм мал да теләһә ҡайҙа йөрөгән. Урындағы халыҡтың һүҙҙәренә ҡарағанда, ауыл фермерҙары һарыҡ-кәзәне ҡырҙа ятҡырып көтөү өсөн сит ауылдарҙан да мал йыйыуҙы ойошторған. Был бик ҙур хата. Әгәр ҙә һыйырҙа ауырыуҙың тышҡы билдәләре күренһә, һарыҡтарҙа иһә сир симптомһыҙ үтә. Күрше ауылдан мал һатып алғанда ла 30 көнлөк карантин үткәрергә кәрәк. Шуның өсөн беҙгә уяулыҡ һәм аңлылыҡ күрһәтеү мөһим. Шул саҡта ғына беҙ үҙебеҙҙең урамыбыҙҙы, ауылыбыҙҙы, районыбыҙҙы, республикабыҙҙы һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ.

Азамат Мөхәмәтшин әңгәмәһе.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас