Һаҡмар
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Пандемия
9 Декабря 2021, 03:50

"Омикрон беҙгә ғинуарҙа килеп етәсәк"

Баш табип оператив кәңәшмәлә шулай тип белдерҙе

Тажлы үләт осраҡтарының кәмеп, Баймаҡ ҡалаһындағы ковид госпиталдәренең ябылыуын иң тәүҙә медицина хеҙмәткәрҙәре еңел һулыш менән ҡаршы алды. Сөнки йәйҙең һуңғы айынан ноябргә тиклем район-ҡалала коронавирус менән ауырығандарҙың һаны ҡырҡа артып, госпиталдәрҙә урын етмәй ине. Табиптар ҙур көсөргәнешлек менән эшләп, халыҡты вакцина яһатырға саҡырҙы. Эйе, әлегә был ауырыуҙы йоҡтормау йәки йоҡторған хәлдә лә уны еңел үткәреү өсөн медицина ғалимдары бер юл тәҡдим итә – коронавирустан вакцина яһатыу.

Әлеге ваҡытта ковидтан вакцина яһатырға тейешле кешеләрҙең 71,8 проценты был процедураны үткән. Шулай ҙа Яңы йылға тиклем был һан 80 процентҡа барып етергә тейеш. Кешеләрҙең вакцина эшләтеүҙең мөһимлеген аңлай башлауы, ҡайһы саҡта бер көндә йөҙәрләгән кешенең прививкаға килеүе һөйөндөрә”,-тине үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Таһир Мәүлетов.

Әлеге ваҡытта Баймаҡ ҡалаһында вакцинацияны үҙәк ҡала дауаханаһында иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем 105-се кабинетта эшләтергә мөмкин. Ял көндәрендә лә прививка яһатыу мөмкинселеге булдырылған. Бынан тыш Әлибаев урамы, 53 адресы буйынса урынлашҡан медпунктта иртәнге һигеҙҙән төшкө дүрткә тиклем эшләтергә була. Шулай уҡ машзаводтың медпунктында ла вакцина яһатырға мөмкин. Баш табип белдереүенсә, һәр пунктта бөтә төр вакциналар ҙа бар. Ауылдарҙа вакцинаны ФАП-тарҙа яһатырға була. Бынан тыш ауыл биләмәләренә махсус медицина бригадалары ла сыға. Улар урында халыҡты ҡарап, ковидтан вакцина эшләй.

Ковид кәмеһә лә, әлегә ҡыуанырға иртә әле. Мәғлүм булыуынса, коронавирустың яңы төрө – омикрон барлыҡҡа килде. Ул Африка илдәрендә, ВИЧ менән ауырыған кешеләрҙең организмында мутацияға бирелеп барлыҡҡа килгән штамм тип фаразлай ғалимдар.

Район башлығы үткәргән оператив кәңәшмәлә “Коронавирустың яңы төрө беҙгә ғинуарҙа килеп етәсәк”,-тип белдерҙе Таһир Вилюр улы.

Яңы штамм нимәһе менән айырыла һуң? Омикрон, башҡа төр ковид кеүек кешенең еҫ һәм тәм һиҙеүен алмай. Был штамға дусар булғандарҙың йөрәк тибеше ныҡ тиҙәйә һәм ауырыу ныҡ хәлһеҙләнә. Шулай уҡ омикрондың үтә тиҙ таралыуы, ныҡ йоғошло булыуы билдәле. Илде был штамдан һаҡлау өсөн һәр аэропортта, шул иҫәптән Өфө аэропортында ла, махсус эштәр башҡарыла. Африка илдәренән ҡайтыусылар ике аҙнаға карантинға ебәрелә йәғни обсерваторға ябыла. Шуға ҡарамаҫтан омикрон менән ун кеше зарарланып та өлгөргән. Әлбиттә, ныҡ йоғошло һәм өйрәнелмәгән штамды ауыҙлыҡлап тотоуы мөмкин булмаясаҡ һәм ул барыбер килеп етәсәк. Шуға күрә Роспотребнадзор белгестәре халыҡты Яңы йыл байрамын йорттарында үткәрергә, бигерәк тә сит илдәргә сыҡмаҫҡа өндәй.

Омикрондың тиҙ таралыуы ПЦР тестың көстә булыу ваҡытын да үҙгәртте. Быға тиклем ул 72 сәғәт ғәмәлдә булһа, хәҙер иһә – 48 сәғәт. Роспотребнадзор белгестәре аңлатыуынса, был омикрондың ныҡ йоғошло булғанға һәм уны йоҡтороп өлгөргәндәрҙән мөмкин тиклем күберәк кешеләрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн эшләнә.

Был аҙнала тағы ла борсоған бер проблема – ул балаларҙың күпләп ауырыуы. Мәғариф бүлеге начальнигы Фәнил Рамазан улы әйтеүенсә, әлеге ваҡытта 1118 бала ауырый. Уларға киҫкен респиратор инфекцияһы диагнозы ҡуйылған. “Класта балалар күпләп ауырыһа, улар карантинға ебәрелә. Бөгөн бындай хәл Ишбирҙе, Иҫке Сибай, Муллаҡай, Ҡолсора, 2-се мәктәп, 4-се лицей һ.б. уҡыу йорттарында күҙәтелә. Мәктәп уҡыусылары ныҡлы күҙәтеүгә алынған, уларҙың һаулығы даими контролдә”,-тине Фәнил Рамазан улы.

Әлбиттә, мәғариф бүлеге етәкселеген балаларҙы һәм уҡытыусыларҙы коронавирустан һаҡлау мәсьәләһе борсой. Бөгөн ковид менән бер уҡытыусының ауырыуы теркәлгән. Мәктәп уҡыусылары араһында тажлы үләт менән сирләгәндәр юҡ. Ә бына яғыулыҡ-энергетика колледжында ике студенттың коронавирус менән ауырыуы теркәлеп, улар уҡыған төркөмдәр дистанцион уҡыуға ебәрелгән.

Баймаҡ табиптары тажлы үләттең көсһөҙләнеп торған мәлен вакцинация, ревакцинация эшләтеү өсөн файҙаланырға өндәй. “Омикрон халыҡтың һаулығына ниндәй йоғонто яһар, уның таралыу көсө күпме булыр икән әлегә бер кем әйтә алмай. Шулай ҙа халыҡтың вакцинацияһы тейешле кимәлдә булһа, беҙ омикронды ла еңеп сығырбыҙ, тип өмөтләнәбеҙ. Кешеләр һаулығына битараф булып, беҙҙең эште тағы ла нығыраҡ ҡатмарлаштырмаһын ине”,-ти медицина хеҙмәткәрҙәре.

Халыҡ табиптарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалыр, яңы штамдан янаған хәүефкә әҙер булыр, тип ышанғы килә.

Гүзәл Салихова.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас