Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
15 Ноябрь 2021, 17:30

Талаптар үтәлмәй? Тимәк, эш туҡтатыла

Роспотребнадзор тарафынан иҫкәртелеп тә, етешһеҙлектәрҙе бөтөрмәгән Баймаҡ ҡалаһындағы “Грант” сауҙа нөктәһе лә өс тәүлеккә ябылғайны.

Коронавирустан һаҡланыу буйынса сикләүҙәрҙе һәм талаптарҙы үтәмәгән сауҙа нөктәләре ябыла башланы. Улар араһында Баймаҡ магазиндары ла бар. Роспотребнадзор тарафынан иҫкәртелеп тә, етешһеҙлектәрҙе бөтөрмәгән Баймаҡ ҡалаһындағы “Грант” сауҙа нөктәһе лә өс тәүлеккә ябылғайны. Был ваҡыт эсендә улар бар етешһеҙлектәрҙе хәл итергә һәм бөтөрөргә тейеш ине. Кисә "Грант" ишектәрен яңынан асты. Бынан тыш республикала Ишембай, Бөрө, Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы сауҙа нөктәләренең һәм ҡунаҡхананың эшмәкәрлектәре 7 тәүлек, 20 тәүлек һәм 30 тәүлеккә туҡтатылды.

Республика буйынса коронавирустың һаман көсәйеүен иҫәпкә алғанда, сикләүҙәрҙе үтәмәгәндәр артабан да асыҡланып, язаға тарттырылып барасаҡ.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: