Һаҡмар
+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
10 Ноябрь 2021, 12:20

Яңы сикләүҙәр индерелде

Бөгөндән кемдәргә һәм ниндәй сауҙа нөктәләренә инеү тыйылды?

Республика Башлығы Радий Хәбиров, пандемияға бәйле, бөгөндән “Юғары әҙерлек” режимы тураһында Ҡарарға сираттағы үҙгәрештәр индереүен белдерҙе. Яңы Ҡарарға ярашлы, 10 ноябрҙән яңы сикләүҙәр үҙ көсөнә инде. Бөгөндән ҙур сауҙа нөктәләренә (1000 квадрат метрҙан ашыу булһа) ингәндә вакцинация сертификаты, ауырыуҙы үткәреп ебәргән йәки ПЦР-тест менән медицина күрһәтмәһе тураһындағы белешмәне күрһәтеү мотлаҡ.

Ә инде 1 декабрҙән шифахана, курорт, профилакторийҙарға, пансионаттарға һәм ял йорттарына урынлашҡанда ошондай уҡ документтар кәрәк буласаҡ.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: