Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
9 Ноябрь 2021, 18:40

"Үлергә ярамай миңә... Дүрт балам бар бит"

Коронавирус менән ауырығандарҙың психикаһы боҙола тигәненә ышандым...

Ҡыҙыл зона – йәшәү һәм үлем арауығында йәшәгән урын. Һуңғы өмөт биләмәһе. Бында килеп эләккән кешеләр был донъяла беҙ ваҡытлыса ғына булыуыбыҙҙы, ә ғүмеребеҙ бер секунд эсендә өҙөлөүе мөмкин икәнлеген үҙендә татый. Шуға күрә һәр палатала кеҫә телефондарынан төрлө аят-доғалар яңғырағанын ишетәһең. Әҙәм балаһы йәшәүенә сытырман йәбешә шулай. Табиптар ауыр хәлдәге ауырыуҙарҙың: “Тере ҡалһам, мотлаҡ намаҙға баҫам, дингә киләм, бар насарлыҡтарҙан ары буласаҡмын, рәнйеткән кешеләремдән ғәфү үтенәсәкмен”,-тип анттар биреүен ишетеүенә күнеккән инде.

Эйе, бында ике юл ғына – йә йүнәлеп яҡындарың янына ҡайтаһың йә мәңгелек донъяға китәһең...

Төрлө йәштәге ауырыуҙар ята бында: йәштәр ҙә, ҡарттар ҙа, урта быуын кешеләре лә. Һеҙҙең иғтибарығыҙға – уларҙың уй-кисерештәре. Ковид госпиталендә бер йотом һауа тураһында ғына хыяланған ҡәрҙәштәребеҙҙең һыҙланыуҙарын уҡып, үҙегеҙ ҙә һаҡлана башларһығыҙ, тип ышанам.

Үҙем менән нимә булғанын хәтерләмәйем. Бер нисә көн алда башым ауыртып ҡына йөрөнө. Температурамды ла үлсәмәнем, дарыу ҙа эсмәнем. Сөнки был баш ауыртыуына түҙеп була ине, унан ҡыйыныраҡ хәлдә булғаным бар ине. Ял көндәренә балаларҙы ҡаршыларға әҙерләндем. Унда-бында йүгереп йөрөп, көн үткәнен дә һиҙмәй ҡалғанмын. Тик кис миңә ҡапыл ҡыйын булып китте. Тын етмәй башланы, бар форточкаларҙы асып бөттөм. Балалар: “Әсәй, ел һуҡтыраһың бит!”-тип ябалар. Мин әрләшәм. Унан башымды тимер менән туҡмаған һымаҡ тойола башланы. Түшәккә барып йығылдым. Иптәшем минең уның һүҙҙәрен бөтөнләй ишетмәй, иҫем инерле-сығырлы булып ятҡанын күреп “Ашығыс ярҙам” саҡыртҡан. Тик мин быны ла яҡшылап хәтерләмәйем. “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәре инде күпме ваҡыт ковидлы кешеләр менән эшләгәс, барыһын да аңлағандыр инде, шунда уҡ госпиталгә алып килделәр.

Үлермен тип уйлағайным. Һауа етмәй, рәхәтләнеп бер тын алыр өсөн йәнеңде бирерҙәй булып ятаһың. Бар өмөт табиптарҙа ғына. Әҙ генә хәл инһә, илай башлайым, медиктар йыуата. Улар йыуатҡан һайын тағы нығыраҡ илағы килә. Ике аҙна бер нәмә лә йүнләп ашай алманым. Ныҡ ябыҡтым. Ауырығанға тиклем ябығам тип ниндәй генә диетаға ултырмай инем, хәҙер ҡаҡ һөйәк булып ҡалған һыныма ҡарап, рәхәтләнеп ашай алыу, тамаҡтан аш үтеүе үҙә бәхет икәнлеген аңланым”.

Госпиталдә ятҡан башҡа ауырыуҙарға ҡарағанда миңә еңелерәк булғандыр, тип уйлайым. Сөнки үпкәләрем 50 проценттан ашыу зарарланһа ла, миңә тын алыуы ауыр булманы. Шуға күрә башта шомланманым, өйҙә дауаландым. Ауырығандың унынсы көнөндә еҫ-тәм һиҙеү юғалды. Унан температурам 38 градусҡа күтәрелеп, баш ауырта башланы. Тәүҙә уны дарыу менән баҫып була ине. Әммә артабанғы көндәрҙә баш ауыртыуы, мейегә биреп, 20-30 секунд һайын ҡабатлана башланы. Түҙгеһеҙ баш ауыртыуы менән госпиталгә килтерҙеләр, бында система ҡуйғас ҡына хәлем еңеләйә башланы. Тик хәлһеҙлек, ныҡ тирләү баҫып алды. Йоҡлай алмайым. Әле лә тирләүем үтмәй, сәғәт һайын кейемде алмаштырырға тура килә. Рәхәтләнеп, һаташмайынса ғына йоҡлар кәрәк ине, тип хыялланам”.

Бер аҙна кислород менән генә тын алдым. ИВЛ аппараты түгел, ә танау аша нимәләрҙер тығып ҡуялар ҙа, шуның аша кислород килә. Шул тиклем ҡыйын булды! Әҙерәк йоҡоға тала башлаһам, был донъяла уянаммы, әллә теге донъяламы икәнлеген белмәй инем. Хоҙай Тәғәләнән бер туҡтауһыҙ ялбарҙым. Миңә үлергә ярамай, минең бит дүрт балам бар”.

Үҙемде насар тойоп, больничныйға киттем. Минән ПЦР тест алдылар. Ул миндә коронавирус юҡлығын күрһәтте. Ҡыуанып өйҙә дауалана башланым. Тик ун көндән ҡапыл билемдән тотто, хәлем бөттө. Күҙҙәрем ныҡ итеп ауырта башланды. Уянған һайын шыбыр тир инем. Унан ҡапыл тамағым ауыртып, тын ала алмай башланым. Дауаханаға килтерҙеләр. ПЦР күрһәтмәһә лә, минең 60 процент үпкәм зарарланғаны беленде. Өс көн кислород аҫтында яттым. Әле йүнәлеп киләһең тиһәләр ҙә, бөтөнләй хәл юҡ. Яҡшы нәмәләр тураһында уйларға тырышһам да, һәр саҡ күңелгә ҡыйын булып тик тора”.

Коронавирус менән ауырығандарҙың психикаһы боҙола тигәненә ышандым. Беҙҙең бер таныш госпиталдән үҙ аяғы менән ҡасып сығып китеп үлде. Кире дауаханаға алып китеп барған машинанан алдап төшөп ҡалып, урам буйлап йүгергән. Шунда хәле бөтөп йығылған һәм мәрхүм булған. Ҡатыным ковид менән ауырығанда ла шунда уҡ госпиталгә эләгә алманы. Урын юҡ ине, ә үпкәһе ныҡ зарарланмаған тинеләр. Тик ул төндәрен йоҡлай алмай, йөрөп сыға ине. Әҙерәк кенә йоҡоға талһа: “Ана, минең арттан килделәр! Йәшерегеҙ мине!”-тип ҡысҡырып уяна башланы. Шунан һуң уны госпиталгә алып киттеләр. Минән анализ алғайнылар, миндә ла коронавирус икәнлеге билдәләнде. Тамаҡты үтмәҫ бысаҡ менән ҡырҡҡыслаған кеүек тойғо булды. Өйҙә дауаландым. Ҡатын киткәс, өйҙә бер кем юҡ бит инде. Шулай ҙа ниндәйҙер ҡурҡыныс тауыштар, артымдан кемдер күҙәткән кеүек тойғо булды. Ҡайһы саҡта шундай итеп һаташа инем! Сәстәр үрә тороуы хәҙер нимә икәнлеген аңланым. Әле ҡатын да, мин дә өйҙәбеҙ, коронавирус үткән тинеләр, ә хәлебеҙ һаман яҡшырмай. Хәл юҡ, ныҡ тирләтә, тамаҡҡа аш элекке кеүек бармай. Телевизор ҡарарға, әҙерәк булһа ла саф һауаға сығып йөрөргә тырышабыҙ, тик күңелдә ниндәйҙер бушлыҡ. Ҡатын менән элекке кеүек һөйләшмәйбеҙ ҙә. Өйҙә төрлө доғаларҙы яңғырата башлағас ҡына күңел әҙерәк күтәрелә башланы. Һаҡланығыҙ! Бик ҡурҡыныс һәм аңлайышһыҙ ауырыу икән был ковид тигән нәмә!”

Гүзәл Иҫәнгилдина яҙып алды.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: