Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
8 Ноябрь 2021, 14:35

Табиптарға ярҙам итеү саралары ҡараласаҡ

Байтаҡ табиптарыбыҙ ковид менән ауырыны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 33 врач үҙ вазифаһын үтәгәндә вафат булды...

Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөнгө оператив кәңәшмәлә пандемия шарттарында эшләгән табиптарҙы дәртләндереү өсөн тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. «Табиптарға һәм шәфҡәт туташтарына рәхмәт белдерәм. Беҙ ошо ваҡиғалар араһында һәр ваҡыт уларға рәхмәт әйтергә онотабыҙ. Уларға ҙур рәхмәт. Төп йөкләмә — табиптарҙа. Яңы йылға хәтлем бүләкләү материалдарын әҙерләгеҙ. Улар эмоциональ, әхлаҡи яҡтан яналар. Беҙҙә йыл ярым «ҡыҙыл зона»ла эшләгән табиптар бар. Байтаҡ табиптарыбыҙ ауырыны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 33 табип үҙ вазифаларын үтәгәндә вафат булды. Хәҙер табиптарға булышлыҡ күрһәтеү бик мөһим, әлегә барыһы ла уларҙан тора», — тине республика етәксеһе.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: