Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
6 Ноябрь 2021, 15:00

Сит илгә барып, яңы вирус алып ҡайтырҙармы?

Вирусологтар оҙайлы ялда сит илгә юлланғандарҙы яуапһыҙлылыҡта ғәйепләне. "Улар тажлы үләттең икенсе төрҙәрен алып ҡайтасаҡ",-тип белдерелде.

Коронавирус инфекцияһын туҡтатыу өсөн рәсәйлеләр 7 ноябргә тиклем ялға ебәрелгәйне. Әммә күптәр был ваҡытты сит илдәргә сәйәхәт өсөн файҙаланды. Һөҙөмтәлә, вирусологтар Рәсәйҙә коронавирустың яңы штамдары барлыҡҡа киләсәгенә борсолоуын белдерҙе. “Һәм яңы штамм нәҡ сит илдә ял итеүселәр менән бергә киләсәк”,-ти улар.

Шулай итеп һаҡланыу сараһы булараҡ иғлан ителгән оҙайлы ял, ҡайһы берәүҙәрҙең яуапһыҙлығы арҡаһында хәүефкә әйләнде. Сит илдәге ялдың һөҙөмтәһен киләһе 1-2 аҙна эсендә “татый” башлауыбыҙ ихтимал.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: