"Башҡорт өсөн ете һаны - изге һан. Шуға ла мин дә ете теләк белдерергә булдым", -- тип ул хат юлдарын башлаған.

Беренсенән - һәр ерҙә лә гел беренсе булығыҙ,
Икенсенән - һәр икегеҙ татыу матур ғүмер итегеҙ,
Өсөнсөнән - бер ҡасан да, бер ҡайҙа ла «третий лишний» булмағыҙ.
Дүртенсенән - ҡорған донъяғыҙ - дүрт мөйөшөгөҙ ныҡ булһын, дүрт тәгәрмәсегеҙ йөрөп торһон.
Бишенсенән - эшләгән эштәрегеҙ гел бишлегә генә булһын.
Алтынсынан - «шестое чувство»ғыҙ һеҙҙе һынатмаһын,
Етенсенән - гел генә бәхеттең етенсе ҡатында булығыҙ!
Рүзинә Айратовна.